Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 11:52

"Башҡортостан ҡеүәтле спорт инфраструктураһын булдыра"

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов килде. Ул республиканың спорт объекттарын ҡарап сыҡты һәм уларҙы «ҡеүәтле инфраструктура» тип атаны.

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов килде. Ул республиканың спорт объекттарын ҡарап сыҡты һәм уларҙы «ҡеүәтле инфраструктура» тип атаны.
«Йәштәр спортҡа килергә теләмәй, тиҙәр. Тимәк, ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, федераль кимәлдә генә түгел, төбәктәрҙә лә. Ошондай ҡеүәтле инфраструктура булдырыуығыҙ, йәштәргә спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреүегеҙ өсөн бик шатмын, – Одес Байсолтанов. – Рима Баталова фондының «Милләт йәшлеге» премияһын ошо йүнәлештә мөһим аҙым тип һанайым. Башҡортостанда спорттың профессиональ һәм күмәк төрҙәрен сифатлы итеп үҫтереү һәм популярлаштырыу өсөн бөтә шарттар бар. Министрлыҡ, үҙ сиратында, ошо эшкә булышлыҡ итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләр».
Башҡортостан Башлығы федераль ведомство вәкиле менән осрашты һәм республиканың үҙенең спорт ҡаҙаныштары менән ғорурланыуын билдәләне.
«Башҡортостанда хоккей, футбол, баскетбол, волейбол – 120-нән ашыу спорт төрө яҡшы үҫешкән, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә спорт объекттары етерлек, уларҙы төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген баһалауығыҙ тураһында беләм. 2024 йылға тиклем муниципалитеттарыбыҙҙа 16 бассейн төҙөргә йыйынабыҙ. Ишембайҙа һәм Октябрьскийҙа боҙ һарайҙары төҙөйбөҙ. Шулай уҡ Өфөлә 18 келәмлек Көрәш һарайы проектын әҙерләнек, йәйгеһен эште башлайбыҙ. Гимнастика үҙәген һала башланыҡ. Республикала «Ауыл тренеры» төбәк программаһы эшләй, ул муниципалитеттарға йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Ә «Спорт көрәшен – мәктәптәргә» проектында 62 уҡыу йорто ҡатнаша, 2024 йылға улар 200-гә етергә тейеш».
Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова коллегалары менән бергә «Ауыл тренеры» программаһын федераль кимәлгә сығарырға йыйына.
Башинформ.
Читайте нас: