Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 09:39

Егерме алтынсы урынды биләй

Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса — 26-сы, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында Татарстандан (6,9%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән (9,5%) ҡала өсөнсө урынды биләй.

Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса — 26-сы, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында Татарстандан (6,9%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән (9,5%) ҡала өсөнсө урынды биләй.
Был турала Башҡортостанстатҡа һылтанма менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 2018 йылда Башҡортостан ошондай рейтингта 25-се урында ине.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ярлылыҡ кимәле (Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған халыҡтың өлөшө) 2019 йылда 12,1% — 490,6 мең кеше тәшкил иткән. 2018 йыл менән сағыштырғанда 12% йәки 487,5 мең кеше. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән аҙыраҡ) – 12,3% йәки 18,1 миллион кеше. 2018 йылда – 12,6% йәки 18,4 миллион кеше.
2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булһа, бөгөн иһә ул 10 015 һум тәшкил итә.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда 2024 йылға тиклем килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған халыҡтың өлөшөн кәметеү программаһы раҫланған. Бынан алда «Башинформ» властарҙың яңы эш урындарын булдырыу, бизнесҡа ярҙам күрһәтеү, фермерлыҡты үҫтереү, ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам, аҡсалата түләүҙәр һәм башҡа саралар ярҙамында күрһәткестәргә өлгәшергә ниәтләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
Башҡорстанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Башинформ. Фото: baikal24.ru
Читайте нас: