Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 15:43

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

Дуҫтар! Барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. 15 апрелгә тиклем республика, район һәм ҡала баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин.

Дуҫтар! Барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм rbsmi.ru сайтында Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды. 15 апрелгә тиклем республика, район һәм ҡала баҫмаларына ташламалы хаҡтар менән яҙылырға мөмкин.
Ташлама менән почта бүлексәһендә яҙылырға була. Бынан тыш, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто, өйҙән сыҡмайынса ғына ла подписка эшләргә тәҡдим итә. rbsmi.ru сайтында онлайн-яҙылыу сервисынан файҙаланығыҙ, был һеҙҙең ни бары бер нисә минут ваҡытығыҙҙы алыр.
Бының өсөн rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтында «Подписка» бүлегендә гәзит һәм журналдың баҫма йәиһә электрон төрөн һайлап алығыҙ һәм яҙылығыҙ.
Бөгөн "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто республикала билдәле 145 гәзит һәм журналды берләштерә.
Декада осоронда яҙылыу отошло икәнен онотмағыҙ! Барлык категориялағы яҙылыусылар ҙа арзан хаҡтар буйынса яҙыласаҡһығыҙ бит. Декада ваҡытында рәсмиләштерелгән яҙылыу квитанциялары мөхәрририәт конкурстарында ла ҡатнаша. Һәр гәзит йәки журнал уҡыусы бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы.
– "Яҙыл һәм бүләк от" дөйөм республика конкурсы – rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының «Республика баҫмалары» бүлегенән теләһә ниндәй ике баҫмаға яҙылырға ғына кәрәк. Ә бүләктәр елле: ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед, телевизор... Приздар 27 июлдә Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында уйнатыласаҡ.
Ҡатнашыу өсөн 15 июлгә тиклем 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы ур., 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, 212-се бүлмә, “Яҙыл һәм бүләк от” тигән билдә менән, йәки [email protected] электрон адресына квитанцияларҙы ебәрергә кәрәк.
Бынан тыш, республика, район һәм ҡала гәзиттәре үҙ конкурстарын да үткәрә.
Иҫкәрмә: уйында ҡатнашырға теләгән кеше гәзит-журналдарга алты яҙылған булырға тейеш!
Читайте нас: