Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 12:41

Тулыһынса вакцинациялауҙы 103 851 кеше үткән.

Республикалағы райондарҙа ла Covid-19-ҙан вакцинациялау эше әүҙем бара. Ял һәм байрам көндәрендә Белорет, Йылайыр, Күмертау, Федоровка, Мәләүез, Кушнарен, Нефтекама ҡалалары-район үҙәктәрендәге эре майҙандарҙа мобиль пункттар эшләй. Прививка яһау бригадалары бәғзе райондарҙа ауылдар буйлап та сыға.

5 апрелдә республикаға ике компонентлы Гам-КОВИД-Вак вакцинаһының 36900 доза күләмендә сираттағы партияһы килтерелде. Шулай итеп, Башҡортостанға 220592 доза "Гам-КОВИД-Вак"ҡайтарылған.
150 вакцинациялау пунктында уның беренсе компонентын 156487 кешегә яһағандар. Тулыһынса вакцинациялауҙы (I компонент + II компонент) 103 851 кеше үткән.
Әлеге ваҡытта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында COVID-19-ҙан вакцинациялауҙың биш мобиль пункты эшләй. Барлығы мобиль пункттарҙа 3984 кешегә прививка яһалған.
Республикалағы райондарҙа ла Covid-19-ҙан вакцинациялау эше әүҙем бара. Ял һәм байрам көндәрендә Белорет, Йылайыр, Күмертау, Федоровка, Мәләүез, Кушнарен, Нефтекама ҡалалары-район үҙәктәрендәге эре майҙандарҙа мобиль пункттар эшләй. Прививка яһау бригадалары бәғзе райондарҙа ауылдар буйлап та сыға.
Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Людмила Михайловна ла коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Әйтеүенсә, уларҙың ғаиләһендә вакцинаны күптән көткәндәр.
- Быға тиклем йыл һайын киҙеүҙән, пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина яһата инек. Хәҙер иһә коронавирусҡа ҡаршы ла яһаттыҡ һәм шатбыҙ, сөнки алда яҙғы эштәр, баҡса көтә. Беҙгә ауырырға ярамай, ә вакцина был йәһәттән ярҙам итәсәк, - ти ул.
Фото: Белорет район дауаханаһының рәсми төркөмөнән.
Читайте нас: