Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 10:02

20 градусҡа тиклем йылытыуы мөмкин

9 апрелдә республикала ҡапыл йылыта. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы төндә -2,+3-тән +1,+6-ға тиклем, көндөҙ +11,+16-нан +15,+20 градусҡаса күтәрелә.

Башҡортостанға субтропик һауа массаһы ағыла. 9 апрелдә республикала ҡапыл йылыта. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы төндә -2,+3-тән +1,+6-ға тиклем, көндөҙ +11,+16-нан +15,+20 градусҡаса күтәрелә.
«Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ була. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ошондай һауа торошо ҡарҙың тиҙ иреүенә, Ағиҙел бассейны йылғаларының асылыуына килтерә», — тип белдерҙе синоптиктар.
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы арҡаһында йылғаларҙа боҙ тығылыуы һәм һыу ташыуы ихтимал.
Республика метеорологтарының яҡынса фаразы буйынса, киләһе аҙнала ла көндәр йылы була.
Фото: pixabay.com
Читайте нас: