Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 11:34

Ауыл ипотекаһы һәр яҡтан ҡулай

Башҡортостан льготалы ауыл ипотекаһы программаһында беренсе урында. Дөйөм алғанда, илдә күпселек килешеүҙәр Волга буйы федераль округында төҙөлә, тип белдерҙеләр Росреестрҙа.

Башҡортостан льготалы ауыл ипотекаһы программаһында беренсе урында. Дөйөм алғанда, илдә күпселек килешеүҙәр Волга буйы федераль округында төҙөлә, тип белдерҙеләр Росреестрҙа.
Башҡортостанда йыл башынан ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 1118 килешеү теркәлгән. 2020 йылда иһә 2543 «ауыл ипотекаһы». Льготалы программала ҡатнашыусылар әҙер торлаҡҡа өҫтөнлөк бирә башлаған: 2020 йылда – 1753, 2021 йылдың беренсе кварталында 1215 хоҡуҡ теркәлгән.
Ауыл ипотекаһы Иглин, Өфө, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бүздәк, Шишмә һәм Яңауыл райондарында йәшәүселәрҙә һорау менән файҙалана.
Ауыл ипотекаһы программаһында 2021 йылдан шарттар үҙгәрҙе, тип белдерҙеләр ведомствола. Хәҙер биш ҡаттан бейегерәк йорттарҙа торлаҡ һатып алырға ярамай; тәүге взнос өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға мөмкин. Һатып алынған торлаҡта милеккә хоҡуҡ алғандан һуң 180 көн эсендә теркәлергә һәм был хаҡта банкка хәбәр итергә кәрәк, юғиһә банк кредит буйынса ставканы арттырырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ әгәр кредит йорт һалыу өсөн алынған һәм ул ике йыл эсендә төҙөлмәгән икән, ставканы күтәреүҙәре ихтимал, ти белгестәр.
Фото: metroom-yug.ru
Читайте нас: