Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 14:07

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә лә апай-инәйҙәр мәктәптә үткән сәләмәтлек флешмобында ҡатнашты һәм үҙҙәре бешергән тәмлекәстәр менән уҡыусыларҙы һыйланы.

Бына бер нисә йыл инде маныштылар ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының скандинав таяҡтарын тотоп, дәртле баҫып күрше Сәфәрғол ауылына сығып киткәндәрен күҙәтә.
Өс саҡрым - тегендә, өс саҡрым - бында. Көн һайын, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай. Ҡайһы бер ҙә марштруттарын үҙгәртеп, Телмәйгә лә баралар.
Тормошто яратҡан ҡатындарға 55-80 йәш. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, ейән-бүләләре, хужалығы. Шуға ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош алып барырға ла, ауыл китапханаһында ғәрәп телен өйрәнергә лә, һәр кесаҙна мәсеткә йөрөргә лә ваҡыт таба улар. Өмәләрҙә, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа актив ҡатнаша.
Бөтә донъя сәләмәтлек көнөндә лә апай-инәйҙәр мәктәптә үткән сәләмәтлек флешмобында ҡатнашты һәм үҙҙәре бешергән тәмлекәстәр менән уҡыусыларҙы һыйланы.
Белорет хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: