Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 10:06

Башҡортостанда бер тәүлектә дүрт кеше коронавирустан үлгән

8 апрелгә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 104 осрағы асыҡланған.

8 апрелгә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 104 осрағы асыҡланған.
Стәрлетамаҡта – 17, Өфөлә иһә 15 осраҡ. Был хаҡта COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр иттеләр.
Асыҡланған сирлеләрҙең дөйөм һаны — 33 191, 387 кеше вафат булған, шул иҫәптән уҙған тәүлектә – дүрт кеше.
Тәүлек эсендә 240 сирле һауыҡҡан. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны 28 981-гә еткән.
Стационарҙа 188 кеше дауалана, 15-нең хәле ауыр, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Читайте нас: