-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 12:37

Картуф һәм ҡыяр ҡиммәтләнгән

Башҡортостан статистиктары бер аҙнала республикала ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡанын хәбәр итте.

Башҡортостан статистиктары бер аҙнала республикала ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡанын хәбәр итте.
Башстаттың һайланма мониторингы мәғлүмәттәренә ярашлы, бер аҙнала, 29 марттан 5 апрелгә тиклем, картуф 6% ҡиммәтләнгән. Уның килограмының уртаса хаҡы 36,8 һумға еткән. Икенсе урында – ҡыяр. Улар 2,8% ҡиммәтләнгән, килограмы 104,6 һум була.
Колбаса 2,2% ҡиммәтерәк. Килограмы 417,4 һумға төшә. Бер литр һөттөң хаҡы (2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы) хәҙер 66,4 һум тора (1,9%). Шоколадлы кәнфиттәр 1,8% ҡиммәтләнгән, бер килограмм кәнфиттәрҙең хаҡы 288,3 һумға еткән.
Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә: тары ярмаһы (2,8%), яңы ҡыяр (1,6%), ҡаты сыр (0,7%), аҡ май (0,6), алма, һыуытылған тауыҡ ите (0,5), шулай уҡ балалар өсөн емеш-еләк һәм йәшелсә консервалары, кәбеҫтә, вермишель, аш тоҙо.
Аҙна эсендә ошо аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,2-2,8 процентҡа төшкән.
Фото: vk-smi.ru