Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 11:00

Яҙҙы йәнләндерә өмәләр

Ҡар шекәрәһен йомшартыуға, ҡар өйөмдәрен таратыуға йүнәлтелгән сираттағы өмәләрҙә район халҡы йәнә дәррәүлек күрһәтте. Район-ҡала хакимиәте, урындағы үҙидаралыҡтар, предприятие һәм ойошмалар, социаль учреждениелар үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙа һәр ваҡыттағыса әүҙем эшләне. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына, ял итеү өсөн тәғәйен урындарға, тротуар-юл буйҙарына айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

Ғөмүмән, быйылғы ҡыш тотороҡһоҙ һауа торошо менән район-ҡала халҡына мәшәҡәттәр өҫтәп кенә торҙо. Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сираттағы оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, районда ҡарҙы ваҡытында таҙартыу эше башҡа йылдарға ҡарағанда һүлпәнерәк барған. Был, бәлки, яңы команданың тәжрибәһеҙлегенә лә бәйлелер, тине ул. Ысынлап та, “ҡыҙыл линия”ла урынлашҡан йорттар янындағы тротуарҙарҙың, квартал-ара юлдарҙың, бәғзе бер ихаталарҙың, Металлургтар майҙанының, ауыл урамдарының тейешле кимәлдә ҡарҙан таҙартылмауы халыҡта байтаҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Шулай ҙа әлеге мәлдә ҡаланың идара итеүсе компаниялары, ауыл хакимиәттәре менән берлектә ойошторолған эшмәкәрлек арҡылы был сетерекле мәсьәлә тулыһынса хәл ителгән тиерлек. Әйткәндәй, ҡарҙы ваҡытында таҙартып торған Тирлән, Сермән ауыл советтарында был йәһәттән әллә ниндәй мәшәҡәттәр тыумаған, урам-тыҡрыҡтар ҙа, ҡайһы бер ауылдарҙағы кеүек, батҡыл “бутҡа”ға әүерелмәгән.
Читайте нас: