Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 10:21

«Ҡалаларыбыҙ уңайлы һәм заманса булырға тейеш»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урбанистика өлкәһендәге белгес, “Ҡала проекттары” фондына нигеҙ һалыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм видеоблогер Илья Варламов менән “Торатау” конгресс-холында республика район-ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары менән биләмәләр үҫеше мәсьәләләре буйынса стратегик сессияла ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урбанистика өлкәһендәге белгес, “Ҡала проекттары” фондына нигеҙ һалыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм видеоблогер Илья Варламов менән “Торатау” конгресс-холында республика район-ҡалалары хакимиәттәре башлыҡтары менән биләмәләр үҫеше мәсьәләләре буйынса стратегик сессияла ҡатнашты.
Сараны архитектура, дизайн, транспорт инфраструктураһы, йәмәғәт биләмәләрен планлаштырыу эксперттары үткәрҙе, Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары үҫеше институты сессияларҙы ойошторҙо.
Сараның модераторы, республика Башлығының йәмәғәт киңлектәре мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулованың һүҙҙәренсә, сессияларҙың маҡсаты – ҡала мөхитенә йоғонто яһаған милли проекттар сараларын тормошҡа ашырыуҙағы системалы проблемаларҙы асыҡлау, уларҙы яйға һалыу өсөн ҡалаларҙың үҫешен, Башҡортостандағы ҡала мөхите сифаты индексын күтәреү ысулдарын тәҡдим итеү.
Радий Хәбиров, сессияны асып, муниципалитеттар башлыҡтарына ҡалаларҙы, ауылдарҙы уңайлы итеү өсөн даими уҡыу, яңыны белеү кәрәклеген билдәләне.
– Миңә “Мэрға 100 кәңәш” тигән ҙур китап бүләк иткәйнеләр. Авторҙарға ҡарап, уларҙың береһенең Өфө хаҡында тик кире яҡтан яҙыуын аңланым, башта уҡымайым тип уйлағайным. Әммә бер кистә китаптың яртыһын уҡыным. Унда муниципалитеттар башлыҡтары менән көндәлек тормошобоҙҙа шөғөлләнгән күп һорауҙар ябай, асыҡ аңлатыла. Шуға һәр берегеҙгә ошо китапты бүләк итер инем, - тине республика етәксеһе. - Һуңынан Илья Варламовты ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Эшлекле кеше булараҡ, ул алдан “Өфөнөң 10 проблемаһы” тигән брошюра әҙерләгәйне. Бындай проблемаларҙың һәр муниципалитетта ун ғына түгел, күберәк икәнен беләбеҙ. Әммә уларҙы хәл итергә, ҡала мөхитен үҙгәртергә тырышабыҙ. Ә был еңел генә эшләнмәй. Оҙаҡ йылдарға етерлек бурыстарҙы атҡарырға теләһәк, даими уҡырға тейешбеҙ. Был күп һорауҙарға үҙ фекеребеҙ юҡ тигәнде аңлатмай. Башҡаларҙы ла тыңлау, эшебеҙгә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнеү, яңы тенденцияларҙы, алымдарҙы, проекттарҙы үҙләштереү мөһим. Бөгөн ҡалалар мөхитен яҡшыртыуға күп хеҙмәт һалған Илья Варламов, башҡа төбәктәрҙең креатив кешеләре менән аралашыу мөмкинлеге булыуы яҡшы.
Илья Варламов, ҡала мөхитен үҙгәртеп ҡороу, яңыса фекерләү - дөйөм донъя тренды, тип белдерҙе.
"Һеҙҙә был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирелеүе оҡшаны. Һәр кеше, социаль кимәленә, йәшенә ҡарамай, үҙен йәшәгән мөхитендә яҡшы тойорға тейеш, - тине Илья Варламов. – Мәҫәлән, ҡаланың ололар өсөн уңайлы булыуы мөһим. Был – 50-100 метр һайын урынлаштырылған эскәмйәләр: уларға ултырып ял итергә йәки сумканы ҡуйып торорға мөмкин. Был – ҡаршылыҡтарһыҙ мөхит. Был – нормаль йәмәғәт транспорты һәм башҡалар. Ҡаланы ололар өсөн уңайлы итегеҙ – был саҡта барыһына ла яҡшы буласаҡ".
Стратегик сессияла ҡатнашыусыларҙы “Халыҡты биләмәләрҙе проектлауға йәлеп итеү”, “Йәмәғәт киңлектәренә идара итеү”, “Биләмәләр үҫеше инструменты булараҡ - туризм”, “Бизнес һәм дизайн-кодты индереү” кеүек тематик төркөмдәргә бүләсәктәр. Урбанистика өлкәһендәге эксперттар ҡала-райондар башлыҡтары менән йәшәгән мөхиттең сифатын күтәреү буйынса фекер алышасаҡ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: