Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 11:51

“Путин” пособиеларына иң күп ғариза биргән төбәкбеҙ

Владимир Путин 2019 һәм 2020 йылдар Мөрәжәғәтнамәләрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында Хөкүмәт етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе.

Владимир Путин 2019 һәм 2020 йылдар Мөрәжәғәтнамәләрен тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында Хөкүмәт етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе.
Хөкүмәт Рәйесенең социаль сәйәсәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Татьяна Голикова 2020 йылдағы яңы пособие – табыштары ҙур булмаған һәм өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙамға ҡаҙнанан 214 млрд. һум аҡса бүленеүен әйтеп үтте. 2021 йылда был сумма 276 млрд. һумға тиклем артасаҡ, сөнки пособиены иҫәпләү алымы үҙгәрә.
“1 апрелдән 8-енә тиклемге осорҙа дәүләт хеҙмәттәре порталында 846 меңгә яҡын ғариза бирелгән. Улар һаны буйынса Краснодар крайы, Башҡортостан Республикаһы һәм Алтай крайы алда бара. Төбәктәр был ғаризалар буйынса түләүҙәрҙе бирә башланы ла инде”, – тине ул.
Әлеге һөҙөмтә сифатлы эш тураһында һөйләй: пособие түләү механизмы яҡшы ҡуйылған, аҙ килемле ғаиләләр үҙ хоҡуҡтарын белә һәм уларҙан әүҙем файҙалана.
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, былтыр республикала өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 106 711 ғаилә алған. Уларҙа 137 212 бала тәрбиәләнә. Пособиеларҙың дөйөм суммаһы 7 млрд. һумдан ашыу тәшкил иткән.
Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2021 йылда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға пособие күләме һиҙелерлек артасаҡ.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: