Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 12:08

Барып етә алмағандар...

Кисә киске сәғәттәрҙә Белорет районында Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 209 саҡрымында Сибайҙан Өфөгә юлланыусы микроавтобус ҡатнашлығында авария теркәлгән.

Кисә киске сәғәттәрҙә Белорет районында Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 209 саҡрымында Сибайҙан Өфөгә юлланыусы микроавтобус ҡатнашлығында авария теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Сибайҙа йәшәүсе 46 йәшлек, «Toyota Hiace» машинаһында руль менән идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә төшөп китә һәм ауа.
Водитель менән бергә микроавтобуста 7 кеше булған. Һәләкәт һөҙөмтәһендә бер пассажир ханым ваҡиға урынында уҡ үлә. 4 пассажир дауаханаға оҙатылған.
Водитель һүҙҙәренсә, ул машинаны танышы үтенесе буйынса Сибайҙан Өфөгә алып ҡайтып килгән булған. Етмәһә, ул юлдаштар ҙа алған.
Авария сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: