12 апрелдә Инйәр йылғаһы ҡапыл ташҡан. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Асы ауылында 19 йортто һыу баҫҡан.
«Урындағы хакимиәт көсө менән халыҡты эвакуациялайҙар. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм именлекте тәьмин итеү өсөн урынға тиҙ арала ҡотҡарыусылар юлланған», — тиелә ведомствоның оператив хәбәрендә.
Ҡотҡарыусылар пилотһыҙ осоусы аппарат менән биләмәне тикшереп сыҡҡан.