Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 12:46

Картала аҡса юҡ...

Белорет районында йәшәгән 20 йәшлек ҡыҙға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит алыуҙары тураһында хәбәр итә.

Белорет районында йәшәгән 20 йәшлек ҡыҙға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит алыуҙары тураһында хәбәр итә.
Операцияларҙы туҡтатыу өсөн, карта хужаһына бер нисә һорауға яуап бирергә кәрәклеген дә әйтәләр. Ҡыҙ шылтыратыусының һорауҙарына яуап биргәс, картаһындағы аҡсаһы юғала.
Аптыраған ҡыҙ банк офисына килгәс, мутлашыусыларҙың уның исеменә 280 мең һумдан ашыу кредит алыуҙарын әйтәләр.

Фото: yarosonline.ru
Читайте нас: