Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 11:12

Картуф ултыртҡан өсөн штраф һалалар

Әгәр картуфты һатыу өсөн үҫтерергә йыйынһағыҙ, орлоҡто бары тик махсус кибеттән генә алырға кәрәк.

Әгәр картуфты һатыу өсөн үҫтерергә йыйынһағыҙ, орлоҡто бары тик махсус кибеттән генә алырға кәрәк.
Рәсәй баҡсасылар союзында үҙҙәренең баҡсаларына картуф ултыртырға йыйыныусыларға уның ҡағиҙәләрен һәм уны боҙған осраҡта штраф тураһында хәтерҙәренә төшөрөп үттеләр.
Кемдәр был ҡағиҙәне боҙа, 500 һум штраф көтә. Союзда әйтеүҙәренсә, баҡсасы үҙенең орлоғон үҙе ашар өсөн генә ултырта ала. Әгәр үҫтереп, ул уны һатырға уйлаһа, законды боҙоусы булып һаналасаҡ.
«Рәсми булмаған» орлоҡтан картуф үҫтереү ауыл хуҗалығы үҫемлектәренең орлоҡтарын етештереү ҡағиҙәләрен боҙоуға инә. Ләкин бының өсөн картуфтың һатыу өсөн үҫтерелгән булыуы шарт, мәҫәлән, сауҙа нөктәләрендә һатҡан осраҡта.
«Картуф орлоғон һатыу, мәҫәлән, берәр сортын күршеләргә һатып биреү өсөн үҫтергән осраҡта, был административ яуаплылыҡҡа тарта торған ғәмәл була», - ти юрист.
Икенсенән, картуф орлоғон ҡайҙан алыуҙы кемдер тикшереп йөрөмәҫ, шуға күрә баксасылар өсөн бер ни үҙгәрмәҫ, тиелә был хәбәрҙә.
Фото: market.sakh.com
Читайте нас: