Әгәр әсәлек капиталы пенсияның тупланма өлөшө күсерелһә, аҡсаны дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарынан кире алырға һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ҡулланырға мөмкин. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, аҡсаны пенсия фонды иҫәбенән ҡайтарғандан һуң ярты йыл эсендә уны нисек тотоноуҙы хәл итергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Алты ай үткәс, йәнә пенсия фондына мөрәжәғәт итеп, аҡса тупланма пенсияға йүнәлтелгәнсе, ваҡытты оҙайтыуҙы һорарға була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда әсәлек капиталы күләме беренсе балаға 483 882 һум тәшкил итһә, икенсеһе тыуғанда ул 155 550 һумға арттырыла. Ике балаға дөйөм сумма - 639 432 һум.