Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 13:37

Өсөнсө тулҡын етерме?

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләге һөйләшеүҙең күпселек өлөшө коронавирус проблемаһына ҡағылды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле республикала 33601 кеше коронавирус сирен йоҡторған. Көн һайын яңы йоҡторғандар һаны үҙгәрешһеҙ – кисә лә 102 кешегә ошо диагноз ҡуйылған.

194 кеше дауаханала ята, ете кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия палатаһында. Дауаханаларҙа коронавирусты дауалау өсөн барлығы 1968 урын бар, уларҙың 72 проценты биләнгән.
Көн һайын һауыҡҡандар һаны сирләй башлағандарҙан күберәк, һуңғы тәүлектә 162 кеше һауыҡҡан.
Коронавирустан ҡотолоу юлы – вакцинация. Әле ул әүҙем дауам итә. Башҡортостанға 263 мең доза вакцина килгән, ял көндәрендә 3200 кеше “ЭпиВакКорона” вакцинаһын һалдырған.
“ГамКовидВак” вакцинаһының беренсе компонентын 177 мең кеше, икенсе компонентты - 108 мең кеше эшләткән. Прививка яһатҡан кешеләрҙең 40 проценты 60 йәштән өлкәндәр.
Радий Хәбиров Максим Забелиндан Башҡортостанға сирҙең өсөнсө тулҡыны килеп етеү хәүефе бармы тип һораны.
– Эйе. Федераль белгестәр ҡарары буйынса Рәсәй граждандарын сир ныҡ ҡоторған илдәргә сығарыуҙы сикләү ҡабул ителер, тип көтөлә. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәүеф белдерә һәм сирҙең үҫеп китеүенә әҙер булырға ҡуша. Вакцинация күләмен арттырыу мөһим, – тине вице-премьер.
Фото: bash.news
Читайте нас: