Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 13:01

Ташҡын хәүеф аҫтына ҡуя

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын арҡаһында ҡайһы бер райондарға барып етеү мөмкинлеге хәүеф аҫтында ҡала.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын арҡаһында ҡайһы бер райондарға барып етеү мөмкинлеге хәүеф аҫтында ҡала.
Атап әйткәндә, уларға янғын һүндереү йәки медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн махсус техника барып етә алмауы ихтимал. Был исемлеккә 13 райондағы 28 ауыл инә.
Улар – Баймаҡ (5 ауыл), Өфө (4), Нуриман (3), Өфө районы (3), Йылайыр (2), Белорет (2), Бөрйән (2), Иглин (2), Илеш (1), Учалы (1), Архангел (1), Ғафури (1) Ейәнсура (1) райондары.
Ғөмүмән алғанда, быйыл республикала 41 муниципалитетта ташҡын булыуы ихтимал. Был барлығы 230 ауыл, 11 меңдән күберәк тораҡ йорт, 30 меңдән артыҡ кеше, шул иҫәптән 6,8 мең тирәһе бала һыу тотҡонона эләгергә мөмкин тигән һүҙ.
Фото: 64.fair.ru
Читайте нас: