Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 23:49

Вакцина эшләтергә мөмкин буласаҡ

Бөгөн ҡояш байыу менән мосолмандар изге айға аяҡ баҫа. Ураҙа айында ковидтан прививка яһатырға теләүселәргә процедура рөхсәт ителә. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында үткән матбуғат кәңәшмәһендә билдәле булды.

Бөгөн ҡояш байыу менән мосолмандар изге айға аяҡ баҫа. Ураҙа айында ковидтан прививка яһатырға теләүселәргә процедура рөхсәт ителә. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында үткән матбуғат кәңәшмәһендә билдәле булды.
Рамаҙан айына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин яуап бирҙе.
"Ураҙа кешенең тормош ағышын, холоҡ-ҡылығын үҙгәртә, ул үҙ ғүмеренә яңы күҙлектән ҡарай башлай, – тине Айнур хәҙрәт Бирғәлин журналистар өсөн уҙғарылған матбуғат конференцияһында. – Иртәгә, 13 апрелдә, уның тәүге көнө. Беренсе тапҡыр ураҙа тоторға ҡарар иткән кешеләр, ғәҙәттә, ҡыйынлыҡ кисерә, уларҙы нимәлер ярһытҡан, ҡамасаулаған кеүек була. Артабан, әлбиттә, Аллаһ ярҙамы менән барыһы ла яйға һалынасаҡ".
Әле бөтә ил буйынса коронавирус афәтенән вакцинациялау бара. Ураҙа мәлендә ҡояш ҡалҡҡандан алып байығансы ризыҡ ҡабырға ярамағас, прививка ҡаҙатыу гонаһ түгелме? - тигән һорауға Айнур хәҙрәт былай тип яуап бирҙе: “Вакцина ризыҡ булып иҫәпләнмәй, кеше уны туҡланыу өсөн ҡабул итмәй, шуға күрә ковидҡа ҡаршы инъекция эшләткән кешенең ураҙаһы ла боҙолмай”.
Ураҙа бәлиғ йәштәге һәр мосолман өсөн фарыз. Уны бәлиғ булмағандарға, сирлеләргә, юлсыларға, ауырлы һәм сабыйын имеҙгән ҡатын-ҡыҙға тотмаҫҡа рөхсәт ителә.
Читайте нас: