Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 13:16

Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана

Башҡортостанда бөгөн Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана.

Башҡортостанда бөгөн Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һауанан тикшергән саҡта Берештамаҡ ауылына тиклем йылғаның боҙҙан әрселмәүен асыҡлаған. Боҙ тығыны арҡаһында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Асы ауылы һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡты һәм малдарҙы эвакуациялаған.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был эшкә ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙары, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һауа мендәрендәге судноһы, Әлкә хәрби часынан шартлатыусылар командаһы йәлеп ителгән.
Башинформ.
Читайте нас: