-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 12:13

Өс көнгә күберәк ял итәсәкбеҙ!

Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы.

Майҙа Башҡортостан халҡын, шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш, өҫтәмә өс ял көнө көтә. 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө һәм 13 май – Ураҙа байрамы.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 2021 йылдың 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып иҫәпләнә. 30 апрелдә (йома) һәм 12 майҙа (шаршамбы) эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр итте Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ведомствола белдереүҙәренсә, хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә байрам көндәре — 1, 9 һәм 13 май отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.