Рәсәй 15 апрелдән 1 июнгә тиклем Төркиә менән даими һәм чартер авиабәйләнешен сикләй.
Был хаҡта 12 апрелдә Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голиковаға һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.
Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова һүҙҙәренсә, рәсәйҙәр Төркиәлә коронавирус инфекцияһының төрлө штамдарын йоҡтора. Йыл башынан COVID-19 йоҡторғандарҙың 80% республиканан ҡайтҡан.
Март уртаһынан Төркиәлә COVID-19 менән ауырыусыларҙың артыуы теркәлгән.