Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 00:15

Ташҡынға бәйле хәл көсөргәнешле ҡала

Ҡышын ҡарҙың күп яуыуы, сатлама һыуыҡтар, яҙын көндәрҙең ҡапыл йылытып ебәреүе, район, бигерәк тә йылғалар буйында урынлашҡан ауылдар халҡы өсөн эҙемтәһеҙ үтмәне.

Ҡышын ҡарҙың күп яуыуы, сатлама һыуыҡтар, яҙын көндәрҙең ҡапыл йылытып ебәреүе, район, бигерәк тә йылғалар буйында урынлашҡан ауылдар халҡы өсөн эҙемтәһеҙ үтмәне.
Инйәр йылғаһы буйындағы Берештамаҡ, Ғәбдөк, Йөйәк, Көмбә кеүек ауылдар йыл да тиерлек ташҡындан зыян күрә. Шуға ла һыу баҫыу хәүефе янаған ауылдар халҡы, етәкселек уяу булыу кәрәклеген күҙ уңынан ысҡындырмай.
Йылғалар боҙҙан әрселә башланы. Ғәбдөк ауылы халҡы көндөҙ боҙ китеүен күҙәтһә, Йөйәктә иһә боҙ кисен ҡуҙғалды. Ташҡын ауыл халҡы өсөн хәүеф тыуҙырмаһа ла, Ғәбдөк автомобиль юлының 600 метрҙай участкаһында боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, юл өҙөлдө. Тиҙ арала юл төҙөү-ремонтлау идаралығының (етәксеһе А.Г.Калинин) К700 тракторы килеп, юлды боҙҙан таҙартты.
- Йылғалар боҙҙан әрселһә лә, ташмаған әле. Һыу ҡалҡһа, был юл да аҙна-ун көнгә ябылыр. 2019 йылда 521 метрлыҡ участканы 1,5 метрға күтәрткәйнек, хәҙер унда һыу баҫыу хәүефе янамай. Быйыл 600 метрлыҡ участканы күтәртеү планда ҡаралған. Ошо эште атҡарып сыҡһаҡ, һыу сығыу хәүефе янаған участкалар бөтә тиерлек, - ти Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғариф улы Салауатов. - Ташҡын уяу булыуҙы талап итә. Был йәһәттән һәр ауылда тиерлек ярҙамға килгән, ташҡын хәүефе тураһында мәғлүмәт биреп торған ярҙамсылар етерлек. Ғәбдөктән Хәлисә Ғәлләмова, депутаттар Рифат Ғилманов, Вәли Хөсәйенов ауыл хакимиәте менән һәр ваҡыт элемтәлә. Улар хәл-торошто ваҡытында хәбәр итеп тора.
Читайте нас: