-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 21:39

Йәнә ике коронавирус ҡорбаны теркәлде

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, вафат булғандарҙы дөйөм һаны 402-гә еткән.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан ике үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, вафат булғандарҙы дөйөм һаны 402-гә еткән.
Республиканың яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штабы хәбәр итеүенсә, бөтәһе 33 703 кешенең (тәүлек эсендә +102) диагнозы раҫланған.
Әлеге ваҡытта 3 409 кеше вирус йөрөтә.
Республикала яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация дауам итә. 13 апрелгә 111 483 кеше прививка яһатҡан, һуңғы тәүлектә 2 949 кеше уның беренсе компонентын алған.