Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 13:08

Яҙ менән бергә хәүеф тә килә

Йылғаларҙа боҙ китте. Тәбиғәттең ҡеүәтен һәм яңырыуын сағылдырған яҙҙың был күренеше һәр саҡ хайран итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур күренеш менән бергә һыу баҫыу хәүефе лә килә.

Йылғаларҙа боҙ китте. Тәбиғәттең ҡеүәтен һәм яңырыуын сағылдырған яҙҙың был күренеше һәр саҡ хайран итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур күренеш менән бергә һыу баҫыу хәүефе лә килә.
Быйыл ҡар һыуҙары бер ҙә көтөлмәгән нөктәләрҙе баҫты. Тау йылғаларынан бигерәк үҙән буйҙарында урынлашҡан йылғалар ташып, халыҡҡа хәүеф тыуҙырҙы. Социаль селтәрҙәр республиканың әле бер, әле икенсе райондарында ауыл-ҡалаларҙы һыу баҫыу видеояҙмалары менән тулды.
Кисә Асыла ла Инйәрҙә боҙ тығыны барлыҡҡа килеү сәбәпле, ауылды һыу баҫты. Ҙур һыу көтмәгәндә килде һәм Яр буйы, Мөбәрәков урамдарында урынлашҡан 18 йорт һыу эсендә ҡалды.
Ҡотҡарыусылар килгәнсе “Асы” санаторийы, Инйәр янғын-ҡотҡарыу часы, ауыл ҡотҡарыусылары хакимиәт техникаһы менән оло йәштәгеләрҙе, балаларҙы, малды хәүефһеҙ урынға сығара.
Шул уҡ көндө шартлатыу эштәре лә алып барылырға тейеш ине.
Читайте нас: