Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 15:12

Автомобилселәр иғтибарына!

Рәсәйҙә автомобилселәр өсөн 1 июндән яңы штраф ғәмәлгә инә. Тейешле төҙәтмәләргә ошо көндәрҙә РФ Эске эштәр министрлығында ҡул ҡуйылған.

Рәсәйҙә автомобилселәр өсөн 1 июндән яңы штраф ғәмәлгә инә. Тейешле төҙәтмәләргә ошо көндәрҙә РФ Эске эштәр министрлығында ҡул ҡуйылған.
Быйыл июндән башлап Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре автомобилселәргә миҙгелгә тура килмәгән тәгәрмәстәрҙә йөрөгән өсөн штраф һала аласаҡ. Мәҫәлән, был йәйге айҙарҙа ҡышҡы резинала йөрөгән машина йөрөтөүселәргә ҡағыласаҡ.
Яңы штраф суммаһы 500 һум тәшкил итәсәк. Ҡушымтаны төҙөү барышында Дәүләт автоинспекцияһы ҡайһы төбәктә йәшәүселәрҙе иҫәпкә аласак, сөнки ҡыш һәм йәй Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә төрлө ваҡытта килә. Рәсәй төбәктәре хакимиәттәре, һауа торошона ҡарап, покрышкаларҙы алыштырыу ваҡытын оҙайтырга ла мөмкин.
Читайте нас: