16 апрелдә Башҡортостанға һалҡын фронт килә. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының гидрометүҙәге етәксеһе Анна Козаева һүҙҙәренсә, температура түбәнәйә башлай. Урыны менән бер аҙ яуым-төшөм фаразлана.
«Шәмбе, 17 апрелдә, төндә 0, +5, көндөҙ +10,+15 градус була. Йәкшәмбе температураның +8,+13 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә, иң һалҡын көндәр – 19 һәм 20 апрель, көндөҙ һауа температураһы +8,+13 градустан күтәрелмәй», — тине синоптик республикала ташҡынға бәйле хәл тураһында брифингта.
Анна Козаева һүҙҙәренсә, апрелдәге аномаль йылы көндәр артта ҡалды. Киләһе аҙнала антициклондың баҫымы көсәйә, һауа температураһы нормаға ярашлы була: көндөҙ +10, +15, төндә +3 градус.