Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 10:40

Бөгөн - милли кейем көнө

Милли кейем - халыҡтың тотош тарихын, йәшәү рәүешен, фольклорын һәм зауығын сағылдырыусы иң тѳп күрһәткестәрҙең береһе. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан бирле тѳбәктә Милли кейем кѳндәре билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, әлеге сара йылына ике тапҡыр - апрелдең - ѳсѳнсѳ, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.

һуңғы йылдарҙа кейемдә милли элементтар ҡулланыу модаға инә. Һаҡал, селтәр тѳшѳрѳлгән футболкалар, ҡусҡарлы галстуктар, баш кейемдәре, күлдәктәр йәштәрҙе лә, урта һәм оло быуын вәкилдәрен дә берҙәй ҡыҙыҡтыра. Республиканың ҡайһы бер мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусылары бер иштән тегелгән милли биҙәкле костюмда белем бирә. Һәм был, әйтергә кәрәк, бик матур күренеш.
Читайте нас: