Кисә таң менән Учалы районының Сәфәр ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлә. Дүрт йәшлек малай йорто янында уйнап йөрөгән саҡта уға бер нисә берәҙәк эт ташлана. Алған йәрәхәттәрҙән бала урында һәләк була. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Был эш буйынса шунда уҡ төрлө тикшереүҙәр башланған. Прокуратура урындағы үҙидара органдарының берәҙәк хайуандарҙан кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күреүен тикшерәсәк. Бынан тыш, бәлиғ булмағандарҙы иҫкәртеү системаһы органдары эшенә лә баһа биреләсәк.
Йыл һайын Башҡортостанда тешләнеүҙән 11-12 мең кеше медицина учреждениеларына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уларҙың иң күбе эттәрҙең ташланыуына бәйле. Республиканың Ветеринария идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 150 мең берәҙәк эт иҫәпләнә.
Әлеге осраҡҡа килгәндә, ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.