Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында үткән “Медиайыйын” милли киң матбуғат сараларының беренсе форумында ҡатнашты. “Красноусол” шифаханаһы майҙансығы республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан килгән 250-нән ашыу баш мөхәррир, журналист, блогер һәм тармаҡ белгестәрен йыйҙы.
Ултырышта киң матбуғат саралары эшмәкәрлегенә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр һәм милли телдәрҙә сыҡҡан баҫмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеү булды.
Төбәк етәксеһе үҙ сығышында редакция коллективтарына Башҡортостан халыҡтары телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙ милли телдәрҙе һаҡлаусы һәм кешегә еткереүсе булып тораһығыҙ. Ә был ғилми категория ғына түгел, ә республикабыҙҙа йәшәгән милләттәрҙе берләштереү сараһы ла, – тине Радий Хәбиров. – Ил Президенты Владимир Путиндың яңыраҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында әйткән һүҙҙәрен миҫал итеп килтерәм: “Ҙур, күп милләтле Рәсәй өсөн кешеләрҙең теләктәшлеге, Ватаныбыҙ яҙмышына ҡағылышлы булыуы тойғоһо, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ хисе – дөйөм Рәсәй берҙәйлеге, граждандарҙың үҙаңы принципиаль, хәл иткес мәғәнәгә эйә”. Әле беҙ быға айырым иғтибар менән ҡарарға тейешбеҙ, сөнки ҡатмарлы донъяла йәшәйбеҙ. Минеңсә, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың дуҫлығы – республикабыҙҙың төп ҡиммәте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика халҡының 70 проценты мәғлүмәтте социаль селтәрҙәр аша ала, улар хәҙер заман мәғлүмәт мөхитенең төп өлөшөнә әйләнде. Һәм киң матбуғат сараһын уңышлы үҫтереү өсөн интернет-майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәрҙә булыу мөһим. Радий Фәрит улы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡҡа социаль селтәрҙәрҙә эшләгән редакция белгестәре өсөн уҡытыу ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Беҙ әүҙем эшләгән урында аудиторияның ҡыҙыҡһыныуы тойола. Был йәһәттән беҙҙең ҡағыҙ һәм электрон баҫмаларҙа, телерадиокомпанияларҙа үҙенсәлекле үҫешеү мөмкинлеге бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика матбуғат баҫмаларының ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Башлығы 100 мең һумлыҡ 100 грант булдырырға тәҡдим итте. Был проекттың операторы булып Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы торасаҡ.
Тағы бер мөһим мәсьәлә – редакцияларҙы, айырыуса район баҫмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү. Ул эш хаҡы проблемаһын хәл итеүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тармаҡта хеҙмәт хаҡы төбәктәге уртаса эш хаҡынан күпкә түбән.
Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, 2022 йылда республика эш хаҡы фондын финанслау өсөн өҫтәмә 74 миллион һум аҡса бүләсәк. Был тармаҡта эш хаҡын 25 процентҡа арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Сығышы һуңында Радий Хәбиров иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Артабан форумды дауам итеп, секция ултырыштарында ҡатнашҡан журналистар эш ваҡытында барлыҡҡа килгән тәҡдимдәрен әйтте.
– Мин республика журналистарында партнерҙар һәм фекерҙәштәр күрәм. Киң матбуғат саралары халыҡ араһында иң көнүҙәк проблемалар буйынса әүҙем аңлатыу эше алып барырға тейеш. Ташҡынмы ул, коронавирустан вакцинациялаумы – бер нимә лә төшөп ҡалмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостан илдә милли проекттарҙы яҡтыртыу буйынса беренсе урындарҙа, бында милли телдәрҙә эшләгән киң матбуғат сараларының да өлөшө ҙур.
“Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина милли контентты маҡсатлы финанслау проблемаһын күтәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телендә сериалдар һәм балалар тапшырыуҙары төшөрөү өсөн. Йәнә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында “Журналистика” белгеслеге буйынса бюджет урындарын тергеҙеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, милли контентты финанслау дауам итәсәк.
– Беҙ хәлде өйрәнәсәкбеҙ һәм БДУ-ла журналистар өсөн бюджет урындарын һаҡлау буйынса ҡарар табырға тырышырбыҙ. Минеңсә, был осраҡта бюджетта уҡыу маҡсатлы булырға тейеш, уҡып сыҡҡан студенттар район гәзиттәренә йәки муниципаль телеканалдарға эшкә барырға тейеш, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусылар һорауына яуап биреп, республикала журналистарҙы һөнәри уҡытыу буйынса медиамәктәп булдырыу тәҡдимен хупланы. Уның фекере буйынса, был проектты Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты нигеҙендә алып барыу кәрәк. Уҡытыу шул иҫәптән дистанцияла ла булырға һәм махсус сертификаттар тапшырырылырға тейеш.
“Юлдаш” мәғлүмәт-музыка радиоканалы етәксеһе Миләүшә Йәғәфәрова Башҡортостанда милли киң матбуғат саралары араһында федераль конкурс ойошторорға тәҡдим итте. Радий Фәрит улы был идеяны хупланы һәм агентлыҡҡа мәсьәләне хәл итеү юлдарын табырға ҡушты.
– Бөгөн мин бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр һәм идеялар ишеттем, һеҙ үҙ-ара аралаштығыҙ, эксперттарҙы тыңланығыҙ. Тармаҡтағы барлыҡ проблемаларҙы бер йыл эсендә хәл итеп бөтөп булмағаны аңлашыла, тик бөгөндән алға китеш бар. Был форумды йыл һайын үткәрергә тәҡдим итәм, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.