Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 13:33

"Газпром" – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Аксютин менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Аксютин менән осрашты.
Ике яҡ компанияның республика менән үҙ-ара эш итеүен нығытыуҙы, шулай уҡ «Газпром» объекттарында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән АЛ-31СТ двигателен ҡулланыуҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Газпром» – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе. Беҙ 2021-2025 йылдарҙа республикала газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Компания менән газ-мотор яғыулығы, нефть-газ химияһы өлкәһендә бик күп мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһында эшләнгән газтурбиналы двигателдәр менән тәьмин итеү һәм уларҙы ремонтлау производство программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса «Газпром» менән Ростехтың берлектәге ултырышы үткәрелә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Был көндө Башҡортостанда беҙҙең ҡатнашлыҡта «Газпром» менән Ростехтың осрашыуы була. АЛ-31СТ газтурбиналы двигателдәрҙең ышаныслылығын арттырыу эше ике корпорацияны берләштерҙе. Хәҙер беҙ етештереү күләме һәм мөмкинлектәр буйынса һәйбәт траекторияға сығабыҙ. Был ваҡиғаға бик шатбыҙ һәм үҙ-ара эш итеүҙә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашыуҙа газтурбиналы приводтар сығарыу өсөн яңы етештереү-технология майҙансығын булдырыу хаҡында һөйләштем», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Олег Аксютинды Башҡортостан үҫешенә өлөш индергән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Читайте нас: