Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 16:31

"Сәләмәтлек поезы" - ауылдарға

Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә.

Республикала “Сәләмәтлек поезы” акцияһы эшен дауам итә.
“Тәгәрмәсле” дауаханалар ауылдар буйлап йөрөп, халыҡҡа бер юлы бер нисә белгестә медицина тикшереүе үтергә мөмкинлеге бирә. “Сәләмәтлек поездары” Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
“Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 19 апрелдән “Сәләмәтлек поезы” Белорет районында эш башлай. Уның составында күсмә комплекстар, шул иҫәптән, күсмә флюорография һәм маммография кабинеттары эшләй. Халыҡты терапевт, акушер-гинеколог, онколог, невролог, педиатр һәм башҡа белгестәр ҡабул итә.
Акция барышында ауыл халҡына төплө консультациялар алырға, медицина тикшереүе үтергә, беренсел медицина ярҙамы алырға, Милли календарға ярашлы, коронавирус инфекцияһынан прививка яһатыу мөмкинлек булдырыла.
“Сәләмәтлек поезы” акцияһы ауыл халҡы өсөн бик мөһим, сөнки ололарға, балаларға тар белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн, алыҫта урынлашҡан район үҙәгенә барып, күпме ваҡыт, аҡса сарыф итергә кәрәк. Был проект арҡаһында бушлай медицина ярҙамы, ысын мәғәнәһендә, халыҡҡа яҡыная.
Шулай итеп, “Сәләмтлек поезы” 19-21 апрелдә – Инйәр, 22 апрелдә – Йөйәк, 23, 26, 27 апрелдә – Туҡан, 28,29 апрелдә - Үрге Әүжән, 30 апрелдә – Ҡаһарман, 4-7 майҙа Тирлән ауылдары халҡын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-кә тиклем ҡабул итә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: