Автобуста, троллейбуста йәки трамвайҙа билеты булмаған йәки юл хаҡын түләй алмаған баланы төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф янай. Водителдәргә – 5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең һум.
«Балаларҙы йәмәғәт транспортынан мәжбүри рәүештә төшөрөп ҡалдырыу уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янауы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең һәм кондукторҙарҙың балаларҙы төндә, һыуыҡта урам буйында, трассала ҡалдырған осраҡтар ҙа булды. Закон хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.