14-16 апрелдә Өфөлә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Беренселеге үтте. Ярышта Рәсәйҙең 63 субъектынан 489 көрәшсе ҡатнашты.
15 ауырлыҡ категорияһын үҙ эсенә алған ярышта Башҡортостандан 27 спортсы ҡатнашты.
Башҡортостан йыйылма командаһы копилкаһына тәүге алтын миҙалды Октябрьский ҡалаһынан 14 йәшлек (44 кг ауырлыҡ категорияһы) килтерҙе.
Финал ярыштар көнөндә тағы ла бер башҡорт спорт көрәше мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, Белореттан 14 йәшлек Жора Оганесян еңеүгә өлгәште. 110 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал яуланы.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та сағыу еңеүҙең шаһиты булды.
- Яҡшы кеше, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә арналған Рәсәй Беренселеге тамам. Спортсылар Өфөнән йылы тәьҫораттар менән ҡайтҡандарҙыр, тип уйлайбыҙ. Бар командарға ла рәхмәт. Барыһы ла көрәште. Кемдер еңде, кемелер еңелде – был спорт. Рәхмәт һүҙҙәрен йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе тренерҙарға әйтер инем. Оҙаҡҡа хушлашмайбыҙ. Августа Өфө үҫмерҙәр араһында Донъя чемпионаты спортсыларын ҡаршы аласаҡ. Барығыҙға ла сәләмәтлек, уңыштар теләйем һәм осрашҡанға тиклем! - тине республика етәксеһе сәләмләү сығышында.