Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 17:30

Белореттар ҙа күпләп ситкә китә

Башҡортостанда йышыраҡ Туймазы районы халҡы даими йәшәү урынынан күсеп китә. 2021 йылдың ғинуарында улар 416 кешегә кәмегән.

Башҡортостанда йышыраҡ Туймазы районы халҡы даими йәшәү урынынан күсеп китә. 2021 йылдың ғинуарында улар 416 кешегә кәмегән. Башҡортостанстат белгестәренең республика халҡының миграцияһы тураһында рәсми статистикаһы ошо хаҡта һөйләй.
Икенсе урынды Өфө районы биләй (236 кеше). Рейтингта өсөн урынды Мәләүез районы алды (199).
Бәләбәй һәм Белорет райондарында ла халыҡтың күпләп ситкә китеүе күҙәтелә.
Ҡалалар араһында тәүге урында – Өфө, 2021 йылдың башында уны 1241 кеше ташлап киткән. Артабан иһә Стәрлетамаҡ (327), Нефтекама (212) һәм Салауат (211).
Читайте нас: