Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 11:08

Ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә

Был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә.

Был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә.
Ошо хаҡта 19 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов белдерҙе.
Ул гидропост буйынса ташҡындың иң юғары нөктәһенә етеү ихтималлығын хәбәр итте.
«Башгидромет белдергәнсә, был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә», — тине ул.
«Йәғни, бөгөн-иртәгә Өфөлә ташҡын юғары нөктәһенә етәме?» — тип һораны Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.
Кирилл Первов, эйе, фараз буйынса шулай, тип яуапланы.
«Белеүебеҙсә, беҙҙә һауа торошо ла йоғонто яһай. Синоптиктар әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә һалҡынайта, был иһә хәлгә ыңғай тәьҫир итер һәм әлеге күренеш тиҙерәк үтер тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле.
Читайте нас: