Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 17:25

Йәнә еңеү менән!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры В.А. Бормандың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Рәсәй Беренселеге уҙҙы. Ярышта Рәсәй Федерацияһының 65 субъектынан иң яҡшы 450 йәш спортсы ҡатнашты.

Ҡаланың спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Жора Оганесян I урын яулап, 110 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Рәсәй Чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Жораны һәм тренерҙарҙы ҙур еңеү айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: