Апрелдә Мәскәүҙең “Экспоцентр” күргәҙмә үҙәгендә XXVIII “Продэкспо-2021” халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, эсемлектәр һәм уларҙы етештереү өсөн сеймал күргәҙмәһе үтте.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм 42 сит илдән 1554 компания ҡатнашҡан күргәҙмәлә “Башҡортостан үләндәре” ойошмаһы “Иң яҡшы продукт-2021” номинацияһында алтын миҙал яуланы.
“Продэкспо” – Рәсәйҙә күргәҙмә майҙандары ҙурлығы, профессиональ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу һәм баҙарҙы биләү буйынса иң ҙур күргәҙмә. Унда бөтә донъянан аҙыҡ-түлек килтерелә. Улар араһында көн һайын ҡабул ителә торған ризыҡтар менән бер рәттән нәзәкәтле деликатестар, шулай уҡ тәбиғи, спорт туҡланыуы, сәләмәт тормош алып барыу өсөн, хәләл, экзотик тәғәмдәр тәҡдим ителә.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостандың экспортҡа ярҙам үҙәге күргәҙмәлә ете төбәк компанияһының ҡатнашыуын ойоштора.
Күргәҙмәлә Башҡортостан предприятиелары делегацияһы коллектив экспозиция булдырҙы һәм “Башҡортостанда эшләнгән” дөйөм бренды аҫтында тәҡдим ителде. “ВНС Фуд” (кондитер ризыҡтары), “МК Сава” (колбаса изделиелары), “Урал” (косметика һәм һаулыҡ өсөн продукция), “Контрольный пакет” (полимер ҡаптар), “ПЦ Башкирский мед” (тәбиғи башҡорт балы), “Пищепром”-Буздякский” (йәшелсә-емеш консервацияһы), “Башҡортостан үләндәре” (тәбиғи үләндәр нигеҙендә етештерелгән пролукция) компаниялары республикала етештерелгән ризыҡтар менән таныштырҙы.
Республика вәкилдәренең күргәҙмәлә ҡатнашыуы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Фото – БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан