Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 11:17

Фәйзи Ғәскәров призына халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале ойошторола

22-23 апрелдә Мәләүездә Фәйзи Ғәскәров призына Төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале ойошторола.

22-23 апрелдә Мәләүездә Фәйзи Ғәскәров призына Төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре фестивале ойошторола.
Фестивалдә үҙешмәкәр халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре ҡатнаша (ҡатнашыусыларға 14 йәш тулған булырға тейеш). Коллективтарҙың хореографияны, артислыҡ һәләтен, сәхнә мәҙәниәтен ике бейеүҙә асып биреү мөмкинлеге бар. Беренсе номер урындағы йолаларға нигеҙләнеп күрһәтелһә, икенсеһе – коллектив етәксеһе ҡарамағына йәки Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарынан.
Сараны асыу тантанаһы 22 апрелдә – Ҡала мәҙәниәт һарайында, гала-концерт 23 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тә була.
Фестиваль күренекле балетмейстер, Башҡортостандың дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың иҫтәлегенә бағышланған.
Читайте нас в