Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Башҡортостанға сит дәүләттәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре аша транзит менән килгәндәр лабораторияла ПЦР алымы менән ковидҡа тикшереү һөҙөмтәләре әҙер булғансы мотлаҡ изоляция тәртибен үтәргә тейеш.
Был талап һауа, диңгеҙ һәм йылға судноһы экипажына, халыҡ-ара тимер юл бәйләнеше поезд һәм локомотив бригадалары ағзаларына, халыҡ-ара автомобиль бәйләнеше водителдәренә ҡағылмай.