Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, Республика атай-әсәйҙәр форумын үткәреү сиктәрендә, туған телде үҙләштереү проблемалары буйынса зональ ултырыш уҙҙы.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫар Илгиз Теләүбаев, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, район мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Республика атай-әсәйҙәр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, Белорет, Әбйәлил, Архангел райондары, Межгорье ҡалаһы атай-әсәйҙәр комитеты рәйестәре һәм ағзалары ҡатнашты.
Йыйылышта быйылғы уҡыу йылында Белорет, Архангел, Учалы, Әбйәлил райондары, Межгорье ҡалаһы мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу торошо, ғаиләлә бала тәрбиәләүҙә туған телдең роле, глобализация шарттарында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу юлдары ише мөһим темалар ҡаралды, башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыуҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙа мәғариф учреждениелары һәм ата-әсәләр араһындағы мәсьәләләр уртаға һалып һөйләшелде.