Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәлен яңыса иҫәпләү тәртибе билдәләнә. Ул хәҙерге кеүек ҡулланыусылар кәрзине нигеҙендә түгел, ә территориаль коэффициентҡа төҙәтмә менән Рәсәйҙә йән башына йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнә.
Территориаль коэффициенттарҙы ил хөкүмәте раҫларға тейеш. Рәсәй хөкүмәте йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен уҙған йылда ил буйынса йән башына уртаса дәүмәлдән сығып билдәләй.
«Ошолай эшләгәндә, йәшәү минимумы күпселек граждандарҙың килеменә бәйле була һәм ил халҡының килеменең нисек үҫеүенә ҡарап арта бара», – тине Константин Толкачев.
Бынан алда йәшәү минимумы квартал һайын иҫәпләнде. Закон ҡабул ителгәс, ул йыл һайын билдәләнә башлай. Закон проектында биш йыллыҡ күсеү осоро ҡаралған.