Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 13:36

"Берәҙәк хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы – стерилләштереү"

Башҡортостанда ветеринарҙар эттәрҙе стерилләштерергә саҡырҙы, сөнки был – хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы.

Башҡортостанда ветеринарҙар эттәрҙе стерилләштерергә саҡырҙы, сөнки был – хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторған хужаһыҙ хайуандар проблемаһы тураһында түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин шундай фекер белдерҙе.
«Уларҙың һанын көйләүҙең төп ысулы – аулау, стерилләштереү һәм элекке мөхиткә сығарыу.
Хайуандар кәмемәй. Шул уҡ ваҡытта уҫал эттәрҙе генә ғүмерлеккә приютта тоторға мөмкин. Уларҙың уҫалмы, түгелме икәнен кинолог билдәләргә тейеш, сөнки ветеринарҙар хайуандарҙы дауалау менән шөғөлләнә, юғары уҡыу йорттарында психик сирҙәрҙе өйрәнмәй», — тине Йыһаншин.
Ул эттәрҙе «Хайуандар тураһында милли портал»да ла теркәргә саҡырҙы, әлеге ваҡытта унда 43 мең йәнлек иҫәпләнә.
Түңәрәк өҫтәлдә билдәле булыуынса, ветеринария дауаханаларында 50 процентҡа тиклем ташлама менән льготалы стерилләштереү айлығы иғлан ителгән, процедураның хаҡы 800 һум самаһы тәшкил иткән.
Читайте нас в