Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 11:52

Ташҡындың икенсе юғары нөктәһе көтөлә

Башҡортостан ташҡындың беренсе юғары нөктәһен үтте, хәҙер икенсеһе фаразлана. Был хаҡта 22 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингтың тура эфирында билдәле булды. 28 апрелдән 1 майға тиклем ташҡындың икенсе юғары нөктәһе көтөлә.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнын Павловка, Нөгөш, Йомағужа һыу һаҡлағыстары көйләй.
«Ведомство-ара эшсе төркөм әҙерләгән планға ярашлы, Ағиҙел йылғаһында һыу кимәлен бөгөнгө кимәлгә тиклем көйләй алдыҡ», — тине ул.
Бөгөнгә Ағиҙелдә һыу кимәле – 630 сантиметр, тәүлек эсендә11 сантиметрға кәмегән. Дим һәм Өфө йылғаларында һыу кимәленең 6 сантиметрға артыуы күҙәтелә. Өфө йылғаһының кимәле – 687 сантиметр, Димдең иһә 455 сантиметр.
фото: bashinform.ru
Читайте нас: