Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 09:35

Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлә

Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөлә.Ошо хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Контракттың башланғыс хаҡы — 253,43 миллион һум.

Аҡса федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Эштәр 2021 йылдың ноябрендә тамамланырға тейеш.
Төҙөлөш майҙаны – 5,76 мең квадрат метр. Родвалда медицина архивы һәм медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау бүлмәһе булырға тейеш. Бинала белгестәрҙең кабинеттары, физиотерапия бүлексәһе, 120 урынлыҡ конференц-зал, 12 урынға иҫәпләнгән балалар стационары, ашығыс ярҙам бүлексәһе һәм башҡа бүлмәләр ҡаралған.
Ғаризалар 18 майға тиклем ҡабул ителә.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: