Рәсәй президенты Владимир Путин Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попованың май байрамдары араһында эшләмәҫкә тигән тәҡдимен хупланы.
«Әгәр һеҙ быны кәрәк тип иҫәпләһәгеҙ, яҡшы, шулай итербеҙ. Бөгөн тейешле указға ҡул ҡуйырбыҙ», — тип Путиндың һүҙҙәрен килтерҙе ТАСС.
Шулай итеп, 1-10 май ял көндәре тип иғлан ителә. 11 май — тәүге эш көнө.
Бынан алда киң мәғлүмәт сараларында Рәсәйҙә йәнәһе лә рәсми май байрамдары араһындағы бер нисә көндө ял тип иғлан итергә йыйыныуҙары тураһында мәғлүмәт баҫылғайны.