Еңеү көнөн билдәләү буйынса федераль штаб «Үлемһеҙ полк» акцияһын 24 июнгә күсерергә ҡарар итте, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәттә уҙған ултырышта. Бынан алда Өфөләге акцияла – 150 мең, республика буйынса 400 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр тип планлаштырылғайны.
Бындай ҡарар коронавирус хәүефенә бәйле ҡабул ителде. Ләкин онлайн форматтағы акция Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ойошторола. Ҡатнашыу өсөн 9 майға тиклем ветерандың фотоһын һәм уның хаҡында мәғлүмәтте https://2021.polkrf.ru порталына урынлаштырырға кәрәк.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан тантаналы саралар үткәргәндә санитар-эпидемиологик нормаларҙы теүәл үтәү мотлаҡ.
7 майҙа Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында байрам концерты, Республика Хәрби Дан музейы фондынан күргәҙмә ойошторола.
9 майҙа баш ҡалабыҙҙың Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була. Унда ветерандар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре, ирекмәндәр һәм илһөйәрлек ойошмалары әүҙемселәре ҡатнаша.
Ленин исемендәге майҙандағы байрам концертының махсус ҡунағы – «Любэ» төркөмө.
Өфөлә Еңеү көнөнә арналған тантаналы саралар Ленин исемендәге майҙанда һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдында байрам салюты менән тамамлана.
Байрамдың тура трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телеканалы күрһәтә.