Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 19:38

100 йәш шыршы үҙ урынын тапты

Бөгөн илебеҙҙә барған дөйөм өмәләр мәлендә ҡала һәм районда "Йәшел Башҡортостан", "Хәтер баҡсаһы" акциялары уҙҙы.

Бөгөн илебеҙҙә барған дөйөм өмәләр мәлендә ҡала һәм районда "Йәшел Башҡортостан", "Хәтер баҡсаһы" акциялары уҙҙы.
Белоретта ла Сталевар обелискы янында 100 йәш шыршы артабанғы үҫеү урынын тапты. Үҫентеләрҙе ултыртыуға ла яуаплы ҡаранылар: йәш шыршыларҙы оҫталар әҙерләне, кәртәләп алыу кәрәклеге лә күҙ уңынан ысҡындырылманы, ултыртҡандан һуң һыу ҡойорға ла онотманылар.
Акцияла хакимиәт һәм муниципаль учреждениелар, дәүләт һәм шәхси ойошмалар, Белорет дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, Белорет колледждары һәм Магнитогорск дәүләт техник университеты студенттары, ирекмәндәр һәм ҡала халҡы ҡатнашты. “Селена” йәмғиәте үҫентеләрҙе кәртәләп алыу өсөн материалдар бүлде.
Читайте нас: