Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 19:43

Өфөлә башҡорт милли балалар баҡсалары бүләкләнде

21 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле - балаларға" түңәрәк өҫтәле һәм "Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы" I төбәк-ара конкурсы сиктәрендә бүләкләү тантанаһы ойошторолдо.

21 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле - балаларға" түңәрәк өҫтәле һәм "Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы" I төбәк-ара конкурсы сиктәрендә бүләкләү тантанаһы ойошторолдо.

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һәм Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының вәкилдәре түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны һәм милли төркөмдәрҙе ойоштороуҙа, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә интерактив технологияларҙы ҡулланыу тураһында һөйләне.

Түңәрәк өҫтәлдән һуң "Башҡорт телендә уҡытыуҙы ойошторған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы" I төбәк-ара конкурсында бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары, балалар өсөн башҡорт телендәге планшеттар һәм смартфондар, "Башҡортостан" картаһы-пазлы тапшырылды. Абсолют еңеүселәр оргтехника һатып алыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар менән дә бүләкләнде.

Йомғаҡтар буйынса 20 ауыл, 10 ҡала учреждениеһы еңеү яуланы. Иң күп мәрәй йыйып абсолют еңеүсе тип табылғандар: Өфө ҡалаһы ҡала округының 308-се "Башҡорт балалар баҡсаһы" муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы.
Республикабыҙҙың 55 башҡорт балалар баҡсаһы араһынан һайлап алынған 10 еңеүсе мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы исемлегендә беҙҙең "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы ла лайыҡлы урын биләй. Коллективҡа артабан да уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: